Нисек үҙ өлөшөңде индерергә
Ҡушылығыҙ
Һеҙ программа тәьминәте иреклеген һәм асыҡ сығанаҡ кодтар берләшмәһен яратаһығыҙмы? Һеҙгә MediaWiki оҡшаймы, Wikipedia йәки ниндәй ҙә булһа башҡа Wikimedia-сайт?
Ул саҡта үҙ оҫталыҡтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм башҡа ҡатнашыусыларҙан өйрәнегеҙ. Был бит һеҙ ҡатнаша алырлыҡ өлкәләргә күҙәтеү яһап башларға ярҙам итәсәк.Күберәк файҙалы мәғлүмәт
Аралашыу
Wikimedia берләшмәһе менән аралашыуға бер нисә ысулдар бар.
- Реаль ваҡытта аралашыу өсөн #wikimedia-dev connect IRC (Internet Relay Chat) ҡулланығыҙ.
- Шулай уҡ Wikimedia программа тәьминәте фекерләшеүҙең бер нисә e-mail таратыу исемлектәре бар. Тулы исемлек.
- Шулай уҡ, һеҙ Wikimedia яңылыҡтарына яҙыла алаһығыҙ һәм улар менән социаль селтәрҙә уртаҡлашырға мөмкин.
- Һеҙ техник характерлы яңылыҡтарға яҙылырға һәм һуңғы техник жаргонһыҙ ПТ үҙгәртеүҙәре тураһынд аҙна һайын отчет ала алаһығыҙ.
MediaWiki ла мөхәррирләү һәм фекер алышыу
Әгәр һеҙ элек MediaWiki менән ҡулланмаған булһағыҙ:
Wiki-биттәрҙе визуаль-редактор йәки сығанаҡты үҙгәртеү ярҙамы менәнмөхәррирләргә өйрәнегеҙ.
- Үҙегеҙҙең асыҡ ҡулланыусы битен мөхәррирләргә оялмағыҙ . Үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ. Һеҙ шаблон User_info ҡуллана алаһығыҙ. Күберәк мәғлүмәттәр Wikipedia инструкцияһында.
- Тикшерегеҙ Help:Navigation .
- Һеҙ һәр бер биттең эстәлеген уларҙың бәйле дискуссмя биттәрендә фекерләй алаһығыҙ. Ҡулланыусылар менән аралашыу өсөн, һеҙ уларҙың фекер алышыу биттәрендә асыҡ хәбәр ҡалдыра алаһығыҙ. Күберәк белергә Help:Talk pages та.